ИФТАРҒА НМӘ АШАРҒА?
Ураҙа мәлендә беҙҙең нимә тиһәң дә таҙарыныу процессы бара. Быны инҡар итеп булмай. Шуға күрә, беҙ организмға тағы ла ярҙам итергә бурыслыбыҙ! Нисек? Ашау менән! Һыу эсеү менән! Һәм хәрәкәт менән!
ИФТАР - көнө буйы организмда булған эшкәртелде! Шунан организм энергия алыр өсөн жирҙы тарҡата башлай, эстәге бактерия, грибок, паразиттар үлә (ауыҙҙан һаҫыҡ еҫ сыға, шуға тел ағара) тел ағарһа - сәхәргә торғас та, иң беренсе кокос майы менән ауыҙҙы сайҡап алабыҙ! Бешерә торған Кокос майын бер балҡалаҡ алабыҙ ҙа ауыҙҙа 5-7 мин ауыҙҙа йөрөтәбеҙ, шунан төкөрәбеҙ. Кокос майы ауыҙ ҡыуышлығын бөтә бактерияны таҙарта һәм теште ағарта!
Ифтарҙы нимәнән башлайбыҙ?
1. Ике стакан эҫерәк һыу эсеүҙән башлайбыҙ. Ни өсөн эҫе һыу? Сөнки ашҡаҙан һыуҙы определенный температураға тиклем йылытмай, ә эҫе һыу шундуҡ, губка һыу һеңдергән кеүек, организм һыуҙы һеңдерә. Һәр органға, һәр клеткаға, лимфаға һыу шундуҡ барып етә. Һыу эҫерәк булғас, ике стаканды эсеп була.
2. Шунан бер-ике финик ашайбыҙ. Организмда глюкоза кимәле төштө, шуны күтәрәбеҙ.
3. Намаҙ уҡып алғас, инде ашарға ултырҙыҡ. Нимә ашайбыҙ? Көнө буйы ял иткән организмды йәшелсә менән ҡыуандырабыҙ. Йәшелсәне быҡтырып та ашарға була. Туймаһағыҙ, әҙерәк ярама (гречка, рис, пшенка, овсянка) һыуҙа бешкән балыҡ ашарға мөмкин. Фрукты менән дә һыйланабыҙ!
4. 20-30 мин һуң сәй эсәбеҙ. Нимә менән эсәбеҙ? Эремсек, курага, йөҙөм менән сәй менән һыйланабыҙ.
5. Ифтарҙан һуң берәй сәғәт үткәс һыуһата башлай. Йылы һыу эсәбеҙ. Тағы ла ошондай көндөҙ ашамай йөрөүҙән организмдан минералдар йыуылып төшә. Шуға бер стакан минерал һыу эсәбеҙ. Пластик һауыттағы түгел, ә пыяла бутылкалағы Ессентуки, Нарзан, Боржоми, Донат Магния.
Ифтарҙа ит ризыҡтары ашап, аш эсеп, пирогтар менән сәй эсһәк, сәхәрҙә ашағы килмәй. Сәхәрҙә еңелсә генә сәй эсһәк, көндөҙ хәл бөтә, энергия булмай, асыҡтыра! Шуға ифтарҙа ғарҡ иткәнсе туйыу төп маҡсат түгел.
Тағы ла төрлө дарыуҙар ҡулланып, токсинлы аҙыҡ ашап, бауыр "бысраҡ". Ураҙа мәлендә нисек ярҙам итәбеҙ? Расторопшаны ҡулланабыҙ. Ифтар, сәхәр эскәндә бер бал ҡалаҡ ашайбыҙ. Кем даими рәүештә таҙарынып тора, 5 көн эсә, ә кем таҙарынмай Ураҙа тота икән, 10 көн эсергә тәҡдим ителә.
Полисорбты (энторесгель) ла онотмайбыҙ. Беренсе 5 көндә йоҡларға ятыр алдынан эсәбеҙ! Үлгән бактерия, грибок кире һеңмәй, ҡанды ағыуламай! Ҡан ағыуланмағас, баш ауырымай, давление күтәрелмәй. Ә бөтә бысраҡты губка кеүек йыуып төшөрә. Кискә йоҡлар алдынан 1 ст йылы һыуға 1 аш ҡалағы полисорб эсергә. Әгәр полисорб булмаһа, активирированный уголь ашарға. Весҡа ҡарап, 80 кг икән, 8 штук.
Шулай итеп, йоҡларға ятҡансы 4-5 стакан һыу эсеп ятаһығыҙ!